11 сентябрҙә  республика халҡы Милли кейем көнөн билдәләй. Сентябрҙең икенсе һәм апрелдең өсөнсө йомаһында үткәрелә был саралар. Ошо уңайҙан “Милли кейемдә – халҡым мираҫы” флешмобына ҡушылып гимназияла Берҙәм милли кейем көнөнә арналғал дәрестәр, класс сәғәттәре үтте. Маҡсаты – Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли мәҙәниәтен үҫтереү, милләттәр дуҫлығын һаҡлау.Унда уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр ҡатнашты.